Новости
6 Сентябрь 2019, 05:06

МЧС хәбәр итә!

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә? Ял көндәре бәрәңге ҡаҙып булырмы? САЙТҡа кереп уҡығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын алдағы өс көндә һауа торошоноң насар буласағы тураһында иҫкәртә.


"Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда алдағы өс тәүлектә елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал, яуым-төшөм дә көтөлә. Ауыл-ҡаланан ситкә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Ашығыс саҡырыу телефоны 112", – тип хәбәр ителә дауыл хаҡында.


____________________________


МЧС предупреждает жителей Башкирии о неблагоприятных погодных условиях в ближайшие три дня.
"По данным УГМС, в ближайшие трое суток в Башкортостане возможны порывы ветра до 18 м/с, не исключены осадки. Не рекомендуем выезжать за пределы населенных пунктов. Будьте внимательны и осторожны! Телефон экстренного вызова 112", – сообщается о штормовом предупреждении.
Читайте нас