Новости
16 Мая 2019, 13:42

Йүрүҙән буйында һаҙ гөбөргәйел табылған

“Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәре Йүрүҙән йылғаһы буйында аптыратырлыҡ нәмәгә тап булған

“Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәре Алик Носратуллин Малаяҙ эргәһендә Ҡыҙырбаҡ ауылы ҡаршыһында был яҡтарҙа һирәк осрай торған, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуанға тап булған. Баҡтиһәң, ул һаҙ гөбөргәйеле булып сыҡҡан. Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса, һаҙ гөбөргәйеле, сөсө һыу гөбөргәйелдәре ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсе. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала, Азияла һәм Африканың төньяҡ-көнбайышында таралған.

Мәғлүм булыуынса, был һөйрәлеүсене Салауат районы халҡы быға тиклем дә осратҡаны булған. “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәре Айрат Ғәлиев уға бер нисә йыл элек Малаяҙҙағы аҫылмалы күпер эргәһендә, ә Виталий Кузнецов Елгилде ауылынан йыраҡ булмаған ерҙә тап булған.

-------------

Недавно сотрудник санатория «Янган-Тау» Нусратуллин Алик на территории геопарка «Янган-Тау» в окрестностях с. Малояз у реки Юрюзань случайно встретил болотную черепаху. Она занесена Красную книгу Республики Башкортостан, при этом данных о встречах на северо-востоке республики в Красной книге нет.

Однако болотную черепаху встречали в нашем районе и ранее. Айрат Галиев сообщил о том, что этот вид встречали в 2016 году в с. Малояз возле висячего моста. Кузнецов Виталий сообщил о видел этот вид у д. Ельгильдино.



фото Полежанкиной П.
Читайте нас