Новости
5 Мая 2019, 12:54

Беҙ булмаһаҡ, кем таҙартһын?

Беҙ булмаһаҡ, кем таҙартһын? Әлкәләр мәсет эргәһен таҙартып, изгелек ҡылды. Тулыраҡ САЙТТА

Әлкә ауылында 2016 йылда һалынған “Фуат” мәсете бөгөн дә уңышлы эшләй. Ауыл халҡы мәсеткә әүҙем йөрөй. Аллаһ йортонда йома намаҙҙары, төрлө мосолман байрамдары уҙғарыла, йәштәр балаға исем ҡушырға, никах теркәргә мәсеткә мөрәжәғәт итә.
Ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмаған әлкәләр шәмбе өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ мәсеткә йөрөүселәр һәм “Миләш” ансамбле ағзалары өмә ойоштороп, мәсеттең тирә-яғын таҙартты. Шулай уҡ әлкәләр "Йәшел Башҡортостан" экологик сараһына ҡушылып, мәсет эргәһенә шыршы, ҡарағай үҫентеләре ултыртты.
Читайте нас