1 апрелдән 1-се Малаяҙ урта мәктәбе, Татар Малаяҙындағы уның филиалы, Нәсибаш, Янғантау, Арҡауыл һәм Лағыр белем биреү мәктәптәренең башланғыс кластары биш көнлөккә күсте.
Район мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 белем биреү учреждениеһы : Йыланыш, Ахун, Ишембай, Яхъя, Иҙелбай, Иҙрис, Миәшәгәр, Яңы Ҡаратаулы, Һарғамыш, Илсекәй, Мәсетле, Первомайский, Таймый, Урмансы, Урмантау, Юлай һәм Шәрип мәктәптәре быға тиклем дә шәмбе уҡымай ине. Бынан тыш, Торналы, Тирмән, Мөрсәлим, Лаҡлы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы һәм Әлкә мәктәбенең башланғыс кластары өсөн аҙнаһына биш көн генә уҡыу ҡаралғайны. 1 сентябрҙән иһә бар мәктәптәр ҙә дүшәмбенән алып йомағаса белем аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ февралдә "Үргә ос" беренсе мәғариф форумында мәктәптәрҙе "биш көнлөк" уҡыуға күсерергә тәҡдим иткәйне.
_______________________________
Ученики младших классов Аркауловской, Лагеревской, Насибашевской, Малоязовской №1 ( ее филиал в Т. Малоязе) и Янгантауской средней школы будут учиться 5 дней в неделю.
Об этом сообщили в районном отделе образования. Напоминаем, что Мечетлинская, Ахуновская, Новокаратавлинская, Мещегаровская, Еланышевская, Идельбаевская, Саргамышевская, Ишимбаевская, Идрисовская, Ильчикеевская, Первомайская, Таймеевская, Шариповская, Урмантауская, Яхинская, Урманчинская, Юлаевская школа уже учатся по пятидневной системе. Также в Малоязовской башкирской гимназии, Лаклинской, Мурсалимкинской, Терменевской, Алькинской, Турналинской средних школах по пятидневной системе обучаются начальные классы..
С 1 сентября на пятидневную учебную неделю должны перейти все школы республики с 1 по 11 классы, сообщает пресс-служба Министерства образования республики.