Новости
4 Февраля 2019, 07:26

Автобус йөк машинаһына бәрелде

3 февралдә Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлында, Мәсетле ауылы эргәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Авария һөҙөмтәһендә... тулыраҡ уҡырға...

ЮХХДИ бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районында йәшәүсе 58 йәшлек ир идара иткән “Mercedes- Benz Sprinter” автобусы һәм “Freightliner” йөк машинаһы бер-береһенә бәрелде. Автобустың “ “Ҡарағай” шифаханаһы – Өфө” маршруты буйынса хәрәкәт иткәне, салонында 12 пассажир булғаны билдәле. Авария һөҙөмтәһендә, 40 йәшлек ҡатынды табиптар ҡарағандан һуң, өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Бәхеткә күрә, башҡа йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре әлегә асыҡлана.

По данным УГИБДД, в воскресенье около 16:30 в Салаватском районе на 51 км автодороги Кропачево-Месягутово-Ачит касательно столкнулись встречные автобус под управлением 58-летнего местного жителя и грузовик за рулём которого находился 44-летний житель Челябинской области. Известно, что автобус двигался по маршруту санаторий Карагай-Уфа, в салоне находились двенадцать пассажиров.
В результате аварии 40-летняя пассажирка «Mercedes-Benz» осмотрена медиками и отпущена домой. За пассажирами был направлен дополнительный автобус. Причины аварии предстоит выяснить сотрудникам полиции.


Читайте нас