Район прокуратураһы Янғантау ауыл советында енәйәти-башҡарыу ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе.
2017 йылдың октябрендә шул ауыл кешеһе РФ Енәйәт Кодексының 264.1-се статьяһы буйынса автомобиль менән ҡабат иҫерек килеш идара иткәне өсөн хөкөм ителгән була. Иргә 180 сәғәтлек мәжбүри эш бирелеп, уны енәйәти-башҡарыу инспекцияһы Янғантау ауыл советына хөкөм ителеү срогын тултырырға ебәрә. Хөкөм ителеүсе ауыл биләмәһе башлығынан бирелгән язаны үтәтмәйсә генә Тамбов өлкәһенә эшкә ебәреүен үтенә. Чиновник, уға ярҙам итергә теләп, мәжбүри эштәрҙе башҡарыуы тураһында ялған документтар яҙып бирә.
Район прокуратураһы тикшереү ойоштортоп, уның һөҙөмтәһендә РФ Тикшереү комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе А. Нәбиевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Ауыл биләмәһе башлығы РФ Енәйәт Кодексының 285-се статьяһының 2-се өлөшөнә (вазифауи вәкәләттәре менән артыҡ файҙаланыу) һәм 292-се статьяһының 2-се өлөшөнә (ялған эш – служебный подлог) ярашлы енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт эшенең тикшереү барышы һәм уның һөҙөмтәләре район прокуратураһының контролендә.