Быйыл да "Республика тауышы" порталында (
https://golos.openrepublic.ru/) халыҡ фекерен өйрәнеү ойошторолған. Ҡала йәки район хакимиәттәре, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар эшмәкәрлегенә тауыш биреү йыл дауамында барасаҡ. Унда интернет-порталда рәсми теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала. Тауыш биреү урындағы үҙидара власть органдары һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатынан уҙғарыла.