Районда Малаяҙ, Мөрсәлим һәм Янғантау ауылдарында алтмышлап күп фатирлы йортта бөтәһе 140 подъезд иҫәпләнә. Хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Рифат Вәлиуллин хәбәр итеүенсә, подъездарҙың күпселегенә ремонт талап ителә. Киләһе йылға Малаяҙ ауылындағы 7 подъезды программаға керетеү ҡарала, тағы 2 подъезд резервҡа ҡуйыласаҡ. Алты йылда республикала 26 мең подъезды эшләүгә 6 млрд. һум йүнәлтеү күҙаллана.