Новости
7 Декабрь 2018, 11:11

Бар сәбәп - белгестәр етмәүендә

78 йәшлек өләсәйем табипҡа алдан яҙылып, дауаханаға барған. Әммә ул табипҡа ваҡытында инер урынына ике сәғәттән ашыу ... тулыраҡ уҡырға https://iyryzan.rbsmi.ru/news/m-im-problema-belgest-r-etm-y/

Күптән түгел Радий ХӘБИРОВ төньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәре барышында Салауат районында ла булды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Малаяҙ үҙәк дауаханаһы менән яҡындан танышып, пациенттарҙы ҡабул итеүҙең яңы системаһы мөмкинлектәрен, ғөмүмән, дауахананың эшен ыңғай баһаланы.


“Бәйләнештә” социаль селтәренә был эш сәфәре тураһында видео ҡуйылғас, Малаяҙ үҙәк дауаханаһының алдынғы медицина учреждение булыуына шикләнеүселәр ҙә табылды. Байрас атлы егет социаль селтәрҙә былай тип яҙҙы: “Видеояҙма ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Яңыраҡ 78 йәшлек өләсәйем, табипҡа алдан яҙылып, дауаханаға барған. Әммә ул, табипҡа ваҡытында инер урынына, ике сәғәттән ашыу сиратын көтөп ултырған. Дауаханала табиптар етмәй, бер белгес бер нисә эште алып бара, алдан яҙылһаң да, врачҡа ваҡытында эләгеп булмай.”


Һорауға район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ:
“Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса шуны асыҡланыҡ. Ноябрҙә Малаяҙ үҙәк дауаханаһында, травматолог-ортопед китеү сәбәпле, пациенттарҙы хирургия, травматология профиле буйынса икенсе белгес ҡабул иткән. Шуға күрә көтөү ваҡыты 50 процентҡа артҡан. Әлегә районда медицина кадрҙарын тулыландырыу йүнәлешендә эш алып барабыҙ”, - тип яуап бирҙе.


Ысынлап та, бөгөн ауыл ерендә тар йүнәлешле медицина белгестәренең етешмәүе бар республика буйынса ҙур проблема тыуҙыра. Был йәһәттән хатта “Ауыл табибы” программаһы ла көнүҙәк мәсьәләне тулыһынса хәл итеүгә булышлыҡ итмәй. Ауылға йәшәргә һәм эшләргә ҡайтҡан белгестәргә бер миллион һум аҡса бирелһә лә, ашҡынып тороусылар һирәк. Программа буйынса эшкә килеүселәр ҙә биш йыл үтеү менән ҡалаға китә.


Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Нурғәли Бикбулатовтың әйтеүенсә, дауахананың кадрҙар менән тәьмин ителеүе ун мең халыҡҡа 34,7 процент (83 табип) тура килә. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 2,3 процентҡа аҙыраҡ. Йыл башынан дауаханаға 8 табип, шул иҫәптән “Ауыл табибы” программаһы буйынса 4 кеше эшкә урынлашҡан. Ә 11 табип (шуларҙың туғыҙы “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән булған) эштән киткән. Ноябрҙә генә 2 белгес эштән сыҡһа, бер табип вафат булған.

Урта медицина хеҙмәткәрҙәре буйынса иһә, барыһы 15 кеше килгән, 12-һе киткән. 2018 йылда “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса Тирмән һәм Һарғамыш фельдшер-акушерлыҡ пунктарына белгестәр ҡайтҡан.



Табиптар талап ителә

Бөгөн Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына хирург, травматолог-ортопед, эндокринолог, функциональ диагностика табибы, нарколог, кардиолог, эндоскопист, онколог, Лаҡлы ауыл амбулаторияһына участка терапевы, Мөрсәлим һәм Лаҡлыға участка педиатрҙары талап ителә.


Читайте нас