Новости
27 Ноября 2018, 11:22

Кеше талаусы тейешле язаһын алды

Республиканың Юғары суды Перво­майский ауылында йәшәүсе 24 йәшлек егеткә хөкөм ҡарарын ҡәтғиләштерҙе.

Республиканың Юғары суды Перво­майский ауылында йәшәүсе 24 йәшлек егеткә хөкөм ҡарарын ҡәтғиләштерҙе.
Алдан Салауат район-ара суды уны кеше талау статьяһы буйынса 3 йыл һынау ваҡыты менән 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткәйне. Судта асыҡланыуынса, быйыл февралдә егет иҫерек көйө яңғыҙ пенсионер ҡатындың өйөнә тәҙрәһен ватып керә. Йөҙөн башлыҡ менән ҡаплап, әбейгә һөжүм итә һәм, үлтереү менән янап, аҡса биреүен талап итә. Хужабикә, ҡурҡышынан, янсығынан аҡсаһын сығарып тоттора.
Салауат районы прокуратураһы, енәйәт ҡылыусыға шартлы яза тәғәйенләнеүе менән килешмәй, хөкөм ҡарарына апелляция ялыуы бирҙе.
Республиканың Юғары суды хөкөм ителеүсенең ғәмәлен үтә ауыр енәйәт ҡылыу – йортҡа баҫып инеп талау тип табып, уны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 3 йылға иркенән мәхрүм итте. Хөкөм ителеүсе суд залында уҡ һаҡ аҫтына алынды.
Рәвил Ғилманов,
район прокуроры.
Читайте нас