Новости
26 Ноября 2018, 09:26

Янғантау мәктәбе янына светофор урынлаштырылды

На пешеходном переходе возле Янгантавской школы установили мигающий светофор с желтым сигналом. Эта мера призвана повысить безопасность на переходе вблизи образовательного учреждения.Янғантау мәктәбе янына светофор урынлаштырылды

Мәктәптәрҙең төп бурысы балаларға тәрбиә, белем биреү генә түгел, ә уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә . “Янғантау” шифаханаһына бихисап ял итеүселәр автомобилдәрҙә, автобустарҙа килә.
Тау өҫкә хәрәкәт иткәндә боролошта Янғантау урта мәктәбе урынлашҡан. Унда күрше ауылдарҙан килеп белем алған уҡыусылар көн һайын юл аша сығып йөрөй. Ҡапыл боролоштан килеп сыҡҡан автомобилдәр йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙыра. Был хәлде киҫәтеү өсөн мәктәп алдына светофор урынлаштырылды. Светофорҙағы бер янып, бер һүнеп торған һары сигнал юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы иғтибарлы булырға саҡыра, һәм алда көйләнмәгән юл саты, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны икәнен иҫкәртә. Светофорҙы БР Юл хужалығы идаралығы аша Мәскәү ойошмаһы урынлаштырған.
Алина АЛКИНА
Читайте нас