Новости
13 Ноябрь 2018, 10:00

Кадрҙар булмауы сәбәпле, ФАП-тар буш тора

Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 125-е кәрәкле белгестәр булмауы арҡаһында эшләмәй. Уларҙың 72-һе — авария хәлендә, 152 фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташтары ғына эш алып бара. Пункттарҙың 80% ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан. Әлеге ваҡытта 100-гә тиклем кеше йәшәгән 108 ауылда 5300 кеше беренсел табип ярҙамын алыуҙан мәхрүм. Уларға медицина ярҙамын күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ойоштороу күҙаллана. Башҡортостандың 2000-гә тиклем кеше йәшәгән ете ауылында федераль бюджет иҫәбенә тәүге тапҡыр модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары һалына. Тармаҡтағы тағы ла бер проблема — кадрҙарҙың йыш алмашыныуы.

Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 125-е кәрәкле белгестәр булмауы арҡаһында эшләмәй. Уларҙың 72-һе — авария хәлендә, 152 фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташтары ғына эш алып бара. Пункттарҙың 80% ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан.
Әлеге ваҡытта 100-гә тиклем кеше йәшәгән 108 ауылда 5300 кеше беренсел табип ярҙамын алыуҙан мәхрүм. Уларға медицина ярҙамын күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ойоштороу күҙаллана. Башҡортостандың 2000-гә тиклем кеше йәшәгән ете ауылында федераль бюджет иҫәбенә тәүге тапҡыр модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары һалына. Тармаҡтағы тағы ла бер проблема — кадрҙарҙың йыш алмашыныуы.
Читайте нас