Владимир Путин пенсияға сығыу йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға — 60, ә ир-егеттәргә 65 йәшкә тиклем арттырырға тәҡдим итә, тип яҙа ТАСС. Владимир Путин тура эфирҙа пенсия үҙгәрештәре буйынса сығыш яһаны.
Президент ваҡытынан алда пенсияға сығырға хоҡуҡ биргән стажды өс йылға кәметергә тигән тәҡдим индерҙе: ҡатын-ҡыҙҙарға — 37, ә ир-егеттәргә 42 йылға тиклем.
Пенсия йәшен арттырыу зыянлы производствола эшләгән, шулай уҡ себерҙәге төп халыҡтарға ҡағылмай, тип билдәләне дәүләт башлығы.
Путин шулай уҡ 30 йылдан ашыу ауылда эшләгән өсөн арттырылған пенсиялар индерергә тәҡдим итте.