Новости
27 Июля 2018, 12:46

Башҡортостанда миҙгел башынан кеше ғәйебе буйынса 93 урман янғыны булған

Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары ваҡиғала ғәйепле кешеләргә ҡарата 257 административ протокол төҙөгән, 1,3 миллион һумға штраф яҙған. Дүрт осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостанда йылы миҙгел башланғандан 105 урман янғыны теркәлгән, улар 800 гектарға яҡын майҙанға зыян килтергән, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

Уларҙан 93-ө һүндерелмәгән усаҡтар арҡаһында кеше ғәйебе буйынса булған. Урмандарға 2 миллион һумға зыян килтерелгән. Урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә үҙ биләмәләрен күҙәтә, бынан тыш, 26 авиаосош башҡарылған.

Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары ваҡиғала ғәйепле кешеләргә ҡарата 257 административ протокол төҙөгән, 1,3 миллион һумға штраф яҙған. Дүрт осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас