Төп федераль телеканалдары яйлап ябай аналоглы тапшырыуҙан һанлы (цифрлы) форматҡа күсә. Беҙҙең Салауат районында заманса телевидение өсөн биш телебашня төҙөлгән. Улар бөгөн Арҡауыл, Ахун, Ҡалмаҡтар, Свобода һәм Яҙғыйорт ауылдары эргәһендә урынлашҡан. Тиҙҙән барлыҡ ауылдарҙа ла 20 каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге булдырыласаҡ.
– Яңы форматҡа күсеү “2009 – 2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыла, – тине РТРС-тың Башҡортостандағы филиалының матбуғат хеҙмәте белгесе Наталья КОЛУПАЕВА район хакимиәтендә ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа. – Быйыл РФ Хөкүмәте йыл һуңына тиклем төп федераль ун каналды тапшырыуға финанслауҙы туҡтата. Уларҙы һанлы форматта күрһәтеүгә генә дәүләт аҡса бүләсәк.
Рәсәй телерадиотапшырыу селтәренең ( РТРС) республикалағы вәкиле аңлатыуынса, тәүге мультиплексҡа ингән ун канал (“Беренсе канал” дан алып ТВЦ-ға тиклем) мотлаҡ күрһәтә. Унда “Рәсәй радиоһы”, “Маяк” һәм “Вести ФМ” радиоканалдары ла тапшырыла. Ә бына икенсе пакетҡа телеканалдар үҙҙәре түләп инә. Икенсе мультиплекс төҙөлгән, унда “Рен-ТВ”-нан “МУЗ-ТВ”-ға тиклем ун канал индерелгән. Ул күптән түгел беҙҙең райондың ҡайһы бер ауылдарында ла күрһәтә башланы.
Төбәк телеканалдарына килгәндә, беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһын (БСТ) өсөнсө мультиплексҡа индереү мәсьәләһе хәл ителә. Әлегә төбәк телеканалдары аналоглы тапшырыуҙа ҡаласаҡ.
Әлбиттә, райондың Әлкә, Ишембай, Лағыр, Лаҡлы, Малаяҙ, Мөрсәлим, Таймый һәм Янғантау ауыл биләмәләрендәге 20-нән ашыу ауылға мультиплекс тапшырыуы барып етмәй. Наталья Колупаева белдереүенсә, киләсәктә һанлы телевидениены спутник аша тапшырыу күҙаллана. Тиҙҙән райондың һәр ауылында халыҡ түләүһеҙ 20 каналды ҡарай аласаҡ. Бының өсөн телевизорға махсус приставка ҡуйырға ғына кәрәк. Ә 2014 йылдан һуң сыҡҡан заманса йыһазландырылған телевизорҙар тапшырыу сигналын ябай тышҡы йәки өйҙәге антенна менән дә тота.