Салауат районы прокуратураһы, киң мәғлүмәт сараларына мониторинг үткәреү һөҙөмтәһе буйынса граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, законды тупаҫ боҙоу факттарын асыҡланы.
Омск ҡалаһының “Био-Импульс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, медицина үҙәге тигән булып, район гәзитенә реклама бирә. Унда организмға комплекслы тикшереү үткәреп, шуның һөҙөмтәһендә врач диагноз ҡуйыуы, сирҙең сәбәптәрен аңлатыуы, уны дөрөҫ дауалауға тәҡдимдәр биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелеүе хаҡында бәйән ителә. Ләкин, район прокуратураһының оператив тикшереү уҙғарыуы барышында асыҡланыуынса, был ойошманың ошо хеҙмәттәрҙе күрһәтеүгә лицензияһы ла булмай, ә медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй медицина белемһеҙ булып сыға.
Прокуратура “Био-Импульс” ойошмаһына ҡарата кисекмәҫтән РФ КоАП-ның 14.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (лицензияһыҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу) административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатты. Һөҙөмтәлә суд ойошмаға 40 мең һум күләмендә штраф һалды. Ҡабул ителгән ҡарарҙың законлылығын судтың юғары инстанцияһы ла раҫланы.
Рөхсәтһеҙ медицина ярҙамы күрһәткән” мәҡәләһен түбәндәгесә уҡырға: “Һөҙөмтәлә суд “Био-Импульс” ойошмаһына 40 мең һум күләмендә штраф һалды. Ҡабул ителгән ҡарарҙың законлылығын судтың юғары инстанцияһы ла раҫланы. Шулай уҡ законһыҙ реклама биргәне өсөн “На земле Салавата” гәзитенең баш редакторы ла административ һәм дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Прокуратураның ваҡытында сара күреүе һөҙөмтәһендә Дыуан районы биләмәһендә планлаштырылған законһыҙ эшмәкәрлеккә лә юл ҡуйылманы.