Новости
20 Апреля 2018, 06:15

Машиналарын һатҡан, аҡсаһын кеҫәгә һалған

Салауат район-ара суды элек полицияла эшләгән 30 йәшлек ирҙе хөкөм итте. Ул ҙур суммала мутлашыу буйынса ғәйепле тип табылды.

Салауат район-ара суды элек полицияла эшләгән 30 йәшлек ирҙе хөкөм итте. Ул ҙур суммала мутлашыу буйынса ғәйепле тип табылды.

Судта асыҡланыуынса, 2015 – 2016 йылдарҙа ир полиция хеҙмәткәре булып эшләгән осорҙа, унан киткәс тә автомобиль алып-һатыу эше менән шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта ул автомобилен һатыусы кешеләрҙе, машинаны һатҡас бер аҙ көткәндә ҙурыраҡ хаҡ түләргә вәғәҙә биреп, уларҙы алдаған. Ә автомобилде расписка буйынса алып киткән. Һуңынан уны түбән хаҡҡа һатып, аҡсаһын үҙ файҙаһына тотонған. Шулай итеп, енәйәтсе Өфө ҡалаһы, Салауат, Дыуан, Әбйәлил райондары, Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе 15 гражданды алдап, уларға дөйөм 3 500000 һумдан ашыу күләмдә матди зыян килтергән. Ул “Мутлашыу” статьяһы буйынса 15 енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.

Хөкөм ителеүсе судта үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Хөкөм ҡарары сыҡҡансы ул 700 мең һумдан ашыу аҡсаны кире ҡайтарған. Суд мутлашыусыны дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 3 йылға иркенән мәхрүм итте.

Максим ЛОБОВ,

район прокуроры урынбаҫары.
Читайте нас