Новости
20 Апреля 2018, 06:21

Башҡорт теленән диктант яҙабыҙ

21 апрелдә, иртәгә, башҡорт теленән төбәк диктанты яҙыу ойошторола. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.

21 апрелдә, иртәгә, башҡорт теленән төбәк диктанты яҙыу ойошторола. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Быйыл Мәрйәм Бураҡае­ваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөк алынған. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең Дәүләт һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты, яҡташыбыҙ Олег Ханов уҡый.
Район мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙә төп башҡорт һәм башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнелгән мәктәптәрҙә диктант яҙыу ойошторола. Шулай уҡ үҙ белемеңде regdict.bashedu.ru сайты аша онлайн режимында ла тикшереп ҡарарға мөмкин.
Читайте нас