Новости
17 Апреля 2018, 09:56

Яҙылығыҙ, бүләктәр һеҙҙе көтә!

Апрелдән июнь һуңына тиклем республиканың бөтә почта бүлексәләрендә лә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уҙғарыла. Яҙылыу кампанияһы осоронда түбәндәге акциялар үтәсәк:

Апрелдән июнь һуңына тиклем республиканың бөтә почта бүлексәләрендә лә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уҙғарыла. Яҙылыу кампанияһы осоронда түбәндәге акциялар үтәсәк:

  • АҘНА ҺАЙЫН – БҮЛӘК

  • Майҙан ваҡытлы баҫмаларға яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ.

    Конкурста ҡатнашыу шарттары:

    • 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йүрүҙән” гәзитенә 6 айға яҙылығыҙ.

    • Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен редакция адресына ебәрегеҙ йәки килтерегеҙ (ҡатнашыусының контакт мәғлүмәттәрен күрһәтегеҙ). Квитанциялар әле үк ҡабул ителә.

    • Аҙна һайын осраҡлы һайлау ысулы менән еңеүсе билдәләнәсәк.

    • Бүләк отоусыларҙың исемдәре һәм фотоһүрәттәре гәзит битендә баҫыласаҡ.

    • “БӘХЕТЛЕ АВТО”

    • “Бәхетле авто” конкурсы приздары майҙа уйнатыласаҡ.

      Конкурста ҡатнашыу шарттары:

      • 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йүрүҙән” гәзитенә 6 айға яҙылығыҙ.

      • Редакциянан махсус наклейка алып, уны автомобилегеҙҙең артҡы быялаһына йәбештерегеҙ.

      • Район гәзитендәге белдереүҙәрҙе күҙәтеп барығыҙ һәм тәғәйенләнгән көндө автомобилегеҙҙә приздар уйнатыуҙа ҡатнашырға килегеҙ.

      • Приздар уйнатыу урыны тураһында гәзит биттәрендә хәбәр ителәсәк. Бүләктәр фәҡәт автомобиленә махсус наклейка йәбештереп, конкурс уҙғарыу урынына килгәндәр араһында ғына уйнатыла.

      • Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн приздар: автомобиль кәрәк-яраҡтары.

      • “СУПЕРПРИЗ ОТ!”

      • • Район гәзитенә һәм бер республика баҫмаһына (гәзит йәки журналға) 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына 6 айға яҙылығыҙ.

        • Яҙылыу квитанцияларын 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона (ваҡытлы баҫмаларҙы таратыу бүлегенә) ебәрегеҙ.

        • Яңылыҡтарҙы rbsmi.ru сайтында, шулай уҡ БСТ каналында күҙәтеп барығыҙ. Суперприздар 2018 йылдың сентябрендә уйнатыласаҡ.

        Приздар: суперприз – I призлы урын – телевизор һәм юлдаш телевидениеһы антеннаһы. II – 2 призлы урын – телевизор, III – 3 призлы урын – юлдаш телевидениеһы антеннаһы. IV – 5 призлы урын – планшет. V – 10 призлы урын – планшет.

        Еңеүсе кешеләрҙең исемдәре һәм фотоһүрәттәре матбуғатта баҫылып сығасаҡ. Төп приз отоусы бүләкләнеү өсөн Өфөгә саҡырыласаҡ.

        “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто.
        Читайте нас