Новости
26 Марта 2018, 13:41

Рәсәйҙә килемгә һалымдың артыуы ихтимал

Рәсәй Хөкүмәте килемгә һалымды 13 проценттан 15 процентҡа тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарай, тип хәбәр итә «Известия».

Рәсәй Хөкүмәте килемгә һалымды 13 проценттан 15 процентҡа тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарай, тип хәбәр итә «Известия».
Баҫма билдәләүенсә, төрлө саралар тикшерелә, ләкин уларҙың барыһы ла тәҡдимдәр генә.
Беренсе вице-премьер Игорь Шувалов һәм Финанс министрлығы вәкилдәре комментарий биреүҙән баш тартҡан.
Баҫма НДФЛ артасағы хаҡында ғинуар айында уҡ хәбәр иткәйне, әммә ҡарар ҡабул ителмәне. Ул саҡта Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов бындай аҙымдарға ҡаршы булыуын белдерҙе. Кремлдә әйтеүҙәренсә, әлегә бер ниндәй ҙә ҡарарҙар ҡабул ителмәй.
21 мартта ил хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев Рәсәй һалым системаһын «көйләү» кәрәклеге тураһында белдерҙе. Һәр һалым системаһы үҙ-ара бәйле бурыстарҙы башҡара. Бер яҡтан — бюджетты тулыландыра, икенсенән структуралы үҫешкә булышлыҡ итергә тейеш.
Читайте нас