Новости
13 Марта 2018, 06:38

18 мартта – Рәсәй Президенты һайлауҙары

Беҙҙең районда һайлау 44 участкала үтәсәк.

Беҙҙең районда һайлау 44 участкала үтәсәк.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәфис Ғибаҙуллин һөйләүенсә, районда бөтәһе 20 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. 973 кеше ситтә вахта ысулы менән эшләүселәр булһа, 658-ҙе – студенттар. 400 һайлаусы тәүгә тауыш бирәсәк. 715 кешене оло йәштәге граждандар тәшкил итә. Ауылдарында һайлау участкалары булмаған һайлаусыларға, мәҫәлән, Ташауыл, Әнйәк, Урҙалы, Мөсәт, Яңы Сүрәкәй кеүек ауылдарҙан, автобустарҙа һайлау участкаларына йөрөтөү ойоштороласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 мартта, йәкшәмбе, иртәнге 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем Рәсәй Президенты һайлауҙары үтәсәк.
Читайте нас