Кропачево – Мәсәғүт – Әшит, Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Ункүрҙе автомобиль юлдарын һәм “Янғантау” шифаханаһына инеү юлын ремонтлауға бөтәһе 324,6 млн.һум аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш, федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 107 млн. һумға Көҫәпәй ауылына 4,6 км оҙонлоҡта асфальт юл һалынған. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рифат Вәлиуллин әйтеүенсә, территориаль заказ буйынса Малаяҙ, Арҡауыл ауылдары урамдары юлдары, Торналы – Илтәй автомобиль юлына асфальт түшәлгән. Юл фондынан бүленгән 10 млн. һумдан ашыу аҡсаға 12 ауыл биләмәһенең юлдарына ремонт үткәрелгән.