Был комплекс тышҡы яҡтан ябай автобустан бер нәмәһе менән дә айырылмаһа, уның эсендә пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған комплекс төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе пациенттарға ярҙам итәсәк. Автобус ҡышын һыуыҡ, йәйен тынсыу булмаһын өсөн махсус приборҙар менән тәьмин ителгән. Был комплекста ололар ғына түгел, балалар ҙа табипҡа күренә ала. Медицина тикшереүе һәм ярҙамы халыҡ өсөн түләүһеҙ. Автобус был аҙнала Стәрлетамаҡ районына йүнәлде. Күсмә комплекстың Салауат районына ла килеүе көтөлә.