Новости
31 Января 2018, 05:00

Социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге үҙгәреш кисерә

1 февралдән Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең район буйынса бүлегендә пособиелар тәғәйенләү функцияһы бөтөрөлә.

1 февралдән Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең район буйынса бүлегендә пособиелар тәғәйенләү функцияһы бөтөрөлә.
Бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлсибәр Миңлеәхмәтова дүшәмбе оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, февралдән 2 штат берәмеге ҡыҫҡартыла. Артабан бүлек пособие тәғәйенләүгә документтар ҡабул итеү менән генә шөғөлләнәсәк. Әлегә тиклем штатта 7 кеше иҫәпләнһә, аҙаҡ 5 берәмек: 4 белгес һәм 1 водитель ҡаласаҡ. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү бүлегендәге үҙгәрештәр бының менән генә тамамланмаясаҡ. Уның ҡайһы бер функциялары МФЦ-ға тапшырыласаҡ.
Читайте нас