Был конкурсты район хакимиәте менән Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте йыл башында иғлан иткәйне. Бәйге туризмды үҫтереү маҡсатында һәм Салауат районында Рәсәйҙәге тәүге геопарк булдырыу менән бәйле ойошторола. Легендалар һәм риүәйәттәр йыйыу конкурсына материалдар 15 февралгә тиклем Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 61А (Салауат Юлаев музейы) ҡабул ителә. Райондың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Зилә Садиҡова әйтеүенсә, әле конкурсҡа Башҡорт Илсекәйе, Яхъя, Әлкә, Таймый һәм Малаяҙ ауылдарынан эштәр тапшырылған.