Дәүләт башлығы төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты. Унда республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙ 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын хәбәр итте. Осрашыу барышында нефть-химия комплексын үҫтереүҙең төрлө аспекттары ла тикшерелде. Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләргә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Владимир Путин сәфәр барышында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды, Рәсәй мосолман Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.