Новости
26 Ғинуар 2018, 07:42

Бүреләр ауылдарға яҡынлаша

Һуңғы ваҡыт бүреләр өйөрөнөң ауылдар тирәһенә килеп, мал-тыуар, эттәргә таш­ланыуы хаҡында социаль селтәрҙәрҙә ҡурҡыныс хәбәрҙәр йөрөй. Йыртҡыстарҙы Яҙғыйорт, Лағыр ауыл­дары янында күреү­селәр булған.

– Ысынлап та, бер нисә кеше миңә биш бүренең беҙҙең яҡта йөрөүе хаҡында хәбәр итте, – тип, был мәғлүмәтте раҫланы, Лағыр ауыл биләмәһе башлығы Зәбир Ситдиҡов. – Бүреләр өйөрөн Ҡыҙырбаҡ менән элекке Куркин ауылы арауығында күргәндәр. Хатта уларҙың, Яҙғыйорт ауылына кереп, урамдағы этте лә алып киткәне билдәле. Ауылдаштар һуңғы тапҡыр йыртҡыстарҙың Нәсибаш яғындағы яландан үтеп барыуын күреп ҡалған. Бүреләр ҡышын, аҙыҡ эҙләп, өйөрө менән хәрәкәт итә. Улар беҙҙең яҡҡа Ҡыйғы районы биләмәһенән килгәндер. Күрше райондың Ибрай ауылында ла эттәргә ташланыуҙары хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Урындағы һунарсылар, уларҙың бер нисәһен атып, өркөтөп ебәреүе лә мөмкин.
Тәжрибәле һунарсылар әйтеүенсә, урман “санитарҙары” ҡар ҡалын булмағанда әүҙем хәрәкәт итә. Ҡырағай кейектәрҙе аулауы ҡыйын булғанлыҡтан, улар ризыҡ эҙләп ауылдарға ла яҡынлаша, мал-тыуар, эттәргә, хатта кешегә лә һөжүм итеүҙәре ихтимал. Ғәҙәттә февралдә бүреләрҙең “туй” осоро, ул ваҡытта был ҡырағай йыртҡыстар нығыраҡ әүҙемләшә. Шуға беҙгә уяуыраҡ булырға кәрәк. Ә район етәкселегенә тейешле сараһын күреү мөһим.
Айҙар НОҒАМАНОВ.
Читайте нас