Новости
11 Января 2018, 11:09

Мөрсәлимдә яңы ҡаҙанлыҡ төҙөләсәк

Быйыл Мөрсәлим ауылының үҙәк ҡаҙанлығын һәм йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртып төҙөү күҙаллана.

Заманса блоклы ҡаҙанлыҡ айырым урында урынлашасаҡ. Яңы объектҡа ер участкаһы бүленгән, Өфөнән “ГазСтройИнвест” йәмғиәте подрядсы ойошма итеп билдәләнгән. Төҙөлөш эштәре яҙға башланасаҡ һәм ул көҙгә, йылытыу миҙгеле башланғансы, тамамланырға тейеш. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рифат Вәлиуллин белдереүенсә, Мөрсәлим ауылының үҙәк ҡаҙанлығын модернизациялауға һәм йылылыҡ трассаларын капиталь ремонтлауға БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы аша дөйөм 62 млн. һум аҡса бүленеүе ҡаралған.
Читайте нас