Новости
12 Декабря 2017, 11:11

Владимир Путиндың Ҙур матбуғат конференцияһы

14 декабрҙә Рәсәй Президенты Ҙур матбуғат конференцияһын уҙғара.

Башҡортостандан унда 6 журналист – Станислав Шахов, Азамат Юлдашбаев, Артем Вәлиев, Рәзиф Абдуллин, Дмитрий Молев һәм Ғәлиә Нәбиева саҡырылған. Владимир Путин хәбәрселәр менән һәр йыл декабрҙә осрашып, йылға йомғаҡ яһай. Ғәҙәттә Кремлгә 1 мең ярымдан ашыу журналист – Рәсәй һәм сит илдәр вәкилдәре килә. Иң оҙайлы матбуғат конференцияһы 2008 йылда 4 сәғәт тә 40 минутҡа тиклем һуҙылды. Тәүгеһе – 2001 йылдағыһы иң ҡыҫҡаһы булды – 1 сәғәт ярым барҙы.
Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы “Рәсәй-1”, Рәсәй-24”, Беренсе канал, шулай уҡ “Маяк”, “Вести ФМ” һәм “Рәсәй радиоһы” тура эфирҙарында трансляцияланасаҡ.
Читайте нас