Уны иҫәпләү менән бәйле үҙгәрештәрҙән һуң эш биреүселәрҙе һәм бюджетты ҙур сығымдар көтә. Ошо хаҡта «Ҡыҙыл байраҡ» мәғлүмәт порталы хәбәр итә. Быға республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленария Иванова аңлатма бирҙе: ул, киләһе йылдың беренсе ғинуарынан республикала эш хаҡы 10912,35 һумдан кәм була алмай, тип белдерҙе. “Минималь эш хаҡы күләменә район өҫтәмәләре инмәй. Был республикабыҙ өсөн 2018 йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡы 10912,35 һумдан кәм була алмауҙы аңлата”, – тип яҙҙы министр социаль селтәрҙәрҙә.