Новости
8 Декабря 2017, 07:28

Сабыйҙарға байрам бүләк итәйек

27 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда инвалид балалар өсөн Яңы йыл байрамы үтәсәк.

Уның алдынан райондың ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам бүлексәһе “Сабыйҙарға байрам бүләк итәйек!” хәйриә акцияһын ойошторасаҡ. Теләгән һәр кем инвалид балалар өсөн Яңы йылға бүләккә аҡсалата, уйынсыҡ, кәнфит кеүек күстәнәстәр менән ярҙам итә ала. Акция 26 декабргә тиклем дауам итә. “Һәр бала Ҡыш бабайҙан бүләк көтә. Уларҙың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итһәгеҙ ине”, – ти бүлексә мөдире Рәмис Ямалетдинов.
Ярҙам күрһәтергә теләүселәр Совет урамы, 63/1 адресы буйынса 8-се бүлмәгә (район мәғариф бүлеге бинаһы) мөрәжәғәт итә ала. Телефон: 2-06-12.
Читайте нас