3 декабрҙә кисен Малаяҙ ауылында йәшәүсе 34 йәшлек иҫерек ир урамда танышын осрата. Ул, элекке үсен иҫенә төшөрөп, 28 йәшлек егетте туҡмарға тотона. Тегеһе ҡасып ҡотолорға маташҡас, уны өлкәнерәге автомобиль янына һөйрәп алып бара. Автомобилдә тағы ла өс егет ултырған була. Улар егетте сәғәттән ашыу машина багажнигында йөрөтөп, ваҡыт-ваҡыты менән туҡтап, сығарып дөмбәҫләп ала. Район үҙәге магазиндарының береһендәге видеокүҙәтеү камераһы был хәлде теркәгән. Видеояҙманы кемдер социаль селтәрҙәргә һалған. Бәхеткә күрә, егет ҡасып ҡотола, өйөнән тиҙ ярҙам саҡырта, дауаханан полицияға хәбәр итәләр.
Тикшереү комитеты хәбәр итеүенсә, егетте урлаусыларҙың барыһы ла эскән булған. Ғәйеплеләрҙең шәхесе тиҙ арала асыҡланған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.