Хәлде төҙәтеү ҡоралдарының береһе тип Рөстәм Хәмитов профессиональ квалификациялар милли системаһының төбәк сегментын булдырыуҙы атаны.
«Уларҙы бойондороҡһоҙ баһалау буйынса биш үҙәк асылды, әммә был ғына етмәй. Илдә төрлө квалификациялар буйынса 28 совет эшләй, беҙҙә улар ете йүнәлеш буйынса ғына ойошторолған. Бөтә тармаҡтарҙа ла һөнәри стандарттар индереүҙе тиҙләтергә кәрәк. 2020 йылдан уларҙы мотлаҡ рәүештә файҙаланырға кәрәк була. Министрлыҡтарға һәм ведомстволарға был эште контролдә тотоу зарур», — тип билдәләне республика Башлығы.
Шулай уҡ квалификацияны раҫлау кәрәклеге менән бәйле уларҙы даими яңыртыу мөһимлегенә Рөстәм Хәмитов айырым иғтибар бирҙе.
«Республикала һуңғы өс йылда колледждар нигеҙендә һигеҙ күп функциялы ғәмәли квалификация үҙәгендә 10 меңдән ашыу кеше уҡып сыҡты, — тип миҫал килтерҙе төбәк етәксеһе. — Эш биреүселәр берекмәләре, кадрҙар агентлыҡтары һәм мәшғүллек хеҙмәттәре менән үҙ-ара эш алып барыу өсөн Өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмалары ассоциацияһы ойошторолдо. Тармаҡ буйынса өҙлөкһөҙ белем биреү үҙәктәрен үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү, уларҙы эре компанияларҙа корпоратив университеттар өлгөһө буйынса ойошторорға булышлыҡ итеү мөһим.
Квалификацияны күтәреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре һәм белгестәре лә мохтаж. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нигеҙендә Республика профессиональ компетенциялар үҙәге, шул иҫәптән электрон һәм дистанцион белем биреү форматында ла киләһе йылдан уҡ тулы ҡеүәттә эшләй башларға тейеш».
Мөрәжәғәтнамәнең тулы тексын бында ҡарарға мөмкин.