Новости
15 Ноября 2017, 04:20

Телде, башҡорт рухын һаҡлау – дөйөм хәстәр

Район башҡорттары ҡоролтайының сираттағы ултырышы “Бабич” фильмын ҡарауҙан башланды.

Кинорежиссер Булат Йосоповтың был тарихи нәфис фильмы Башҡортостандың халыҡ шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош юлын һүрәтләй. Ул әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәр булараҡ, Рәсәйҙәге граждандар һуғышы һәм Башҡорт автономияһы булдырылыуы осорондағы ваҡиғалар эсендә ҡайнай.
Быйыл 7 ноябрҙә Бөйөк Октябрь революцияһына 100 йыл тулды. Егерменсе быуат башындағы тарихи боролош хаҡында Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Нәфисә Ғәзимова доклад менән сығыш яһаны.
Ҡоролтай ултырышында мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе ҡаралды. Район мәғариф бүлеге методисы Люциә Ғабдрахманова ошо тәңгәлдәге хәлдәр менән таныштырҙы. Туған телдәрҙе уҡытыу буйынса индерелгән яңы талаптарға ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡыҫҡартылмаған. Тик ҡайһы бер мәктәптәрҙә дәрестәр һаны ныҡ кәмегән. Арҡауыл урта мәктәбе һәм Малаяҙ башҡорт гимназияһында – ике, ә Янғантау мәктәбендә бер башҡорт класы ғына ҡалған. Райондың 17 төп башҡорт мәктәбендә 811 бала үҙ туған телендә белем ала. Бер меңләп уҡыусы башҡорт телен туған тел булараҡ, 2200-ҙән ашыу бала башҡорт телен дәүләт теле рәүешендә өйрәнә. Люциә Әкрәм ҡыҙы ағинәйҙәргә ата-әсәләр менән ныҡлап эшләргә саҡырҙы. Йәш быуын милли рухта үҫергә тейеш.
Ултырыш барышында ҡоролтай ағзалары һәм ағинәйҙәр фекер алышты. Район башҡорттары ҡоролтайы составында бер аҙ үҙгәрештәр ҙә булды. Сараны ҡоролтай рәйесе Көнһылыу Ғәлиева алып барҙы.
Читайте нас