13 ноябрҙән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарында “ҡыҙыу линия”лар эшләй башлаясаҡ. БР Эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был илерткес матдәләрҙе һатыу, һаҡлау, наркопритондарҙың урыны хаҡында һәр кем еткерә ала. Шылтыратыуҙар бөтә полиция бүлектәрендә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, БР Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны ла эшләй: 8(347) 279-32-92. Һәр килгән мәғлүмәт тикшереләсәк. Хәбәр итеүсенең исеме сер булып ҡаласаҡ.