Новости
8 Ноября 2017, 05:24

Дүрт ауыл биләмәһе үҙ ихаталарын төҙөкләндерәсәк

Салауат, Мөрсәлим, Арҡауыл һәм Янғантау ауыл биләмәләре “Ҡала мөхите” федераль программаһында ҡатнаша.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты күп фатирлы йорт эргәһендәге ихаталарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Был программаны РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы 2018 – 2022 йылдарҙа ғәмәлгә ашырасаҡ. Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса баш белгесе, комиссия ағзаһы Нина Назарова белдереүенсә, Янғантау ауыл биләмәһе күп фатирлы йорттар эргәһен төҙөкләндереүгә, ҡалған өс ауыл советы йәмәғәт биләмәләрен эшләтеүгә ғариза биргән. Программала 1 меңдән артыҡ халҡы булған ауыл биләмәләре генә ҡатнаша ала. Финанс саралары федераль, республика бюджеттарынан һәм башҡа сығанаҡтарҙан бүленеү ҡаралған.
Читайте нас