Новости
8 Ноября 2017, 05:25

Һалым инспекцияһында Асыҡ ишектәр көнө

10 һәм 11 ноябрҙә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органдары һалым түләүсе физик шәхестәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара.

Уның барышында милек, ер һәм транспорт һалымын иҫәпләүгә, түләүгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Белгестәр һалым хаҡында белдереү ҡағыҙҙарындағы мәғлүмәттәрҙе аңлатасаҡ, ошо өлкәгә ҡағылышлы башҡа һорауҙарға ла яуап бирәсәк.
Үҙең менән паспорт һәм ИНН таныҡлығының булыуы шарт. Сара барлыҡ һалым инспекцияларында һәм ҡайһы бер Күп функциялы үҙәктәрҙә үтәсәк. Сараның үткәрелеү ваҡыты: 10 ноябрҙә – 8.00-20.00 сәғәттәрҙә, 11 ноябрҙә –10.00-15.00 сәғәттәрҙә. Белешмәләр өсөн телефон: 7 (347) 226-38-00. (Һалым түләү шарттары тураһында – 2-се биттә).
Читайте нас