“Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” (“Любимые художники Башкирии”) Интернет порталында был проектта ҡатнашыусыларҙың эштәренә тауыш биреү бара. Унда дүрт категория буйынса ярыш ойошторолған: “Оҫталар”, “Легендалар”, “Актуаль сәнғәт” һәм “Самородки”. Яҡташыбыҙ, бөгөн Өфөлә йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам Мөнир Риза улы Әбүбәкиров “Самородки” – һынлы сәнғәт буйынса һөнәри белеме булмаһа ла, картиналар ижад итеүселәр номинацияһында ҡатнаша. Ул үҙенең “Йүрүҙән”, “Кәбәндәр”, “Ҡурай менән натюрморт” , “Көҙгө буяуҙар”, “Эңер” тигән биш картинаһын тәҡдим итә. Тауыш биреү өсөн http://artrb.ru/contest/ һылтанмаһы буйынса рәссамдарҙың онлайн-галереяһына инергә кәрәк. Порталға инеүселәр унда бер нисә картинаға “лайк” ҡуя ала. Онлайн-тауыш биреү 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем дауам итә.