Новости
19 Октября 2017, 10:36

Ҡан биреү – изгелек ҡылыу ул

Йыл һайын донъяла 108 миллион самаһы ҡан алыу осрағы теркәлә. Республика ҡан биреү станцияһы Башҡортостанда төп донорлыҡ үҙәге булып тора. Бында йылына 100 меңдән ашыу донорҙы ҡабул итеп, дауалау учреждениелары өсөн 44 тоннанан ашыу ҡан әҙерләйҙәр.

Йыл һайын станция бригадаһы беҙҙең районға килеп, теләүсе донорҙарҙан ҡан ала. Изге акцияла беҙҙең район халҡы әүҙем ҡатнашты. Станция хеҙмәткәрҙәре Малаяҙ үҙәк дауаханаһында ғына түгел, ә Арҡауыл ауылына барып, халыҡты ҡабул итте. Барыһы 165 донор ҡан тапшырҙы. Шул көндәрҙә Мөрсәлим, Торналы ауылында ла ҡан биреү ойошторолдо. Былтыр, мәҫәлән, район буйынса 270 донор изге эштә ҡатнашҡайны.
Изгелек ҡылыусылар араһында оҙаҡ йылдар ҡан тапшырғандар ҙа, тәүгегә килгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Светлана һәм Петр Кузнецовтар быйыл тәүге тапҡыр донор булырға йөрьәт итте.
– Бер аҙ тулҡынланһам да, барыһы ла яҡшы үтте, – тине Светлана Данис ҡыҙы, ҡан тапшырып бөткәс.
Ололарҙың да был изге акцияла әүҙем ҡатнашыуы барыһына ла үрнәк булып тора. Өлкән йәштәге Роза Аслыева 45 йылдан ашыу ҡан тапшыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләүсе Руслан Хәбибуллин – 2013 йылдан донор. Шуныһы ҡыуаныслы, донорҙар араһында йәштәр ҙә бар ине. Ирина Сәфәрғәлиева (һүрәттә) Малаяҙ үҙәк дауаханаһына өсөнсө тапҡыр донор булып килгән.
Ҡан биреүсе донорҙарға 473 һум 50 тин аҡсалата компенсация түләү ҡаралған. Ҡырҡ тапҡыр ҡан тапшырған кешеләргә “Почетлы донор” исеме бирелә. Салауат районында “СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең почетлы доноры” маҡтаулы исеменә барыһы 18 кеше эйә. Маҡтаулы исемде йөрөтөүселәр йылдан-йыл күбәйә.
Алина АЛКИНА.
Читайте нас