Новости
17 Октября 2017, 09:27

Бай тәжрибәгә эйә

Фәриә Ноғаманова, утыҙ йыл Урмансы мәктәбендә башланғыс кластарҙан уҡытып, ике йыл Малаяҙ башҡорт гимназияһында эшләне.

Ул башланғыс мәктәптең уҡытыу методикаһын яҡшы белә, заманса мультимедиа һәм үҫеш технологияларын әүҙем ҡуллана. Эшендә һәр саҡ төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс алымдарҙы файҙалана. Даими рәүештә уҡыусыларының ата-әсәләре менән бәйләнеш тота. Яуаплы, эрудициялы уҡытыусы үҙ тәжрибәһен коллегаларына ла бүлешергә әҙер. Уҡыусылары һәр төрлө шиғырҙар һәм һүрәттәр конкурсында еңеүҙәр яуланы.
Фәриә Ҡасим ҡыҙы етәкселегендә башланғыс класс уҡыусыһы Милана Бикмеева тикшеренеүселәр эше конкурсының муниципаль этабында еңеп, республикала ҡатнашты. Ә уҡытыусы үҙе 2017 йылда “Жәлил Кейекбаев ижадының башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендәге роле” республика конкурсында “Милли рух тәрбиәсеһе” номинацияһында еңеүсе булды.
Гимназияла ике йыл эшләү дәүерендә көндөҙгө үҙәккә лә етәкселек итте. Быйыл ул балаларҙың йәйге ялын М. Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса матур итеп ойошторҙо.
Читайте нас