Быға тиклем прокуратураның дәғүә ғаризаһы буйынса суд законһыҙ объектты һүтергә ҡушҡайны. Ундай ҡарар ҡабул итеүгә прокурор тикшереүе материалдары нигеҙ булды. 2005 – 2006 йылдарҙа шифахана директорының ауыл советынан һауыҡтырыу ойошмаһы биләмәһе сигенән, махсус һаҡланған территорияға ҡараған урындан 15 сутыйҙан ашыу ер алыуы асыҡланды. Шәхси торлаҡ төҙөү рөхсәт ителмәүенә ҡарамаҫтан, ир ундағы 250 кв. метрға яҡын майҙанда йорт-ҡаралтыһы менән бергә ике ҡатлы өй һалдыра. Һуңынан ер участкаһы шифахананың элекке директоры милкенә ауыл биләмәһе ере итеп законһыҙ рәсмиләштерелә һәм коммерция фирмаһына һатыла.
Йортто һүтеп, ерҙе яңыртыу байтаҡ финанс сығым талап итеүен иҫәпкә алып, участканың яңы хужаһы, күсемһеҙ милекте дәүләт милкенә күсереүҙе һорап, ҡарарҙың үтәлешен үҙгәртеүҙе үтенеп, судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итте. Республика мәнфәғәтенә тура килеүенә ҡарап, Салауат район прокуратураһы яуап биреүсенең ҡарарын хупланы. Суд күсемһеҙ милек хужаһының ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе.