Новости
10 Октября 2017, 09:38

Янар тауҙағы сәләмәтлек хазинаһы

Донъяға билдәле, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы – “Янғантау” шифаханаһының 80 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы «Рәсәйҙең 100 шифаханаһы» рейтингында тәҡдим ителеп, был исемлеккә республиканың ете шифахана-курорт ойош­маһы индерелде. Белгестәр 300-ҙән ашыу шифахананың эшмәкәрлеген баһалағандан һуң, Бөтә Рәсәй рейтингыһының тәүге баҫҡысында «Янғантау» шифаханаһы урын алды. Был яңылыҡ һауыҡтырыу йортоноң юбилейы алдынан билдәле булды. Шифахана коллективы өсөн юбилейға был иң ҙур бүләк.

“Янғантау” бына инде нисә йыл Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең төрлө төбәктәренән ял итеүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. Был янар тауҙың сере, үҙенсәлеге нимәлә һуң? Берәүҙәр шифаханаға һаулығын нығытырға, ауырыуҙарҙан ҡотолорға килә, икенселәрҙе – Салауат районының хозур тәбиғәте, өсөнсөләрҙе урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы, ялдың юғары кимәлдә ойошторолоуы ылыҡтыра. Шулай уҡ был урындың энергетикаһы иҫ киткес көслө. “Янғантау” тәрән ер аҫтынан сыҡҡан шифалы пары, төрлө минералдарға бай булған Ҡорғаҙаҡ һыуы, тәпәш тау климаты менән дан тота. Шуға ла унда бар ауырыуҙарҙы дауаларға була. Донъяла шифахананың башҡа аналогтары юҡ. Шифаханала дауалау төрлө йүнәлештәрҙә алып барыла: һөйәк-мускул системаһы (артрит, артроз, остеохондроз), периферик ҡан тамырҙары,тын юлдары, периферик нервы системаһы (радикулит, неврит, плексит һәм башҡалар), бөйөр, һейҙек юлдары, гинекологик һәм урологик ауырыуҙар. Дауаланыуҙың эффекты 97 процентҡа етә. Бөгөн “Янғантау”ҙа хәллеләр генә түгел, ә йәмғиәттең төрлө ҡатлам кешеләре һаулыҡтарын нығыта ала. Шифахананан йыраҡ түгел туристик, ат спорты һәм һауыҡтырыу комплекстары эшләй.

Һикһән йыл эсендә “Янғантау” ҡатмарлы юл үтеп, клиник станцияһынан үҫешкән инфраструктуралы, заманса һауыҡтырыу-диагностика базалы, бөтә донъяға танылған шифахана-курорт комплексына әүерелде. Шифахананың эшмәкәрлеге күп тапҡыр халыҡ-ара, федераль кимәлдә юғары баһаланды, ул бихисап наградаларға эйә булды. Әлбиттә, бында шифахана коллективының индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Янар тауҙағы сәләмәтлек хазинаһы – “Янғантау” шифаханаһына нигеҙ һалыныуға быйыл 2 апрелдә 80 йыл тулды. Юбилейға бағышланған саралар 29 сентябрҙә үтте. Тантаналы сарала республика, район һәм шифахана етәкселеге, саҡырылған ҡунаҡтар, шифахана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

«Курортология һәм медицина реабилитациялауына ҡағылышлы актуаль мәсьәләләр” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла шул уҡ көндә уҙҙы. Конференцияны президиум рәйесе, сараның модераторы, РФ-ның һәм БР-ҙың фән эшмәкәре Шамил Заһиҙуллин алып барҙы.

Шифахана директоры Альфред Аҡбашев, республика Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, БДМУ ректоры, профессор Валентин Павлов конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Альфред Рәшит улы шифахананың социаль-иҡтисади хәле, үҫеш перспек­тивалары тураһында бәйән итте. Артабан доклад менән сығыш яһаусы профессорҙар, конференцияла ҡатнашыусылар республика курортологияһының үҙенсәлеге, яңы медицина технологияларына ҡоролған дауалау ысулдары һәм башҡа мәсьәләләргә туҡталып китте.

Юбилейҙың тантаналы өлөшөндә республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный, БР Башлығы ҡарамағындағы контроль саралар бүлеге урынбаҫары Салауат Туғыҙбаев, Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәмил Хәмитов ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов:

– Мин шифахана төҙөлөүенең шаһиты булдым. “Янғантау”ҙың төҙөлөшө ауыр йылдарға тура килде. Ул ваҡытта был ерҙәр бик төпкөлдә урынлашҡайны, юл булманы. Әммә шифаханаға нигеҙ һалыусылар һәм уны төҙөүселәр, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙы еңеп сығырға көс тапты. Йылдар үтеү менән шифахана төрлө кисерештәр аша үтте, әммә үҙенең йөҙөн һаҡлап ҡалды. Уны бөгөн донъя кимәлендә юғары баһалайҙар. Бындай ҙур баһа, ҙур яуаплылыҡ та, – тине ул.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының акционерҙар йәмғиәте менән идара итеү бүлеге начальнигы Виктор Аверьянов байрам менән ҡотлап, шифахана директоры Альфред Аҡбашевҡа Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.

– Янғантау – ябай тау ғына түгел, ә ул кешеләргә өмөт, һаулыҡ биреүсе урын. Халыҡ был урынға ышанып килә, әле һаман да шифахананан кеше өҙөлмәй. Беҙ ошо матурлыҡты һаҡлап, үҫтереп, киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ, – тине сығышында Альфред Рәшит улы.

Район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов барыһын да юбилей менән ҡотлап үтте. Салауат районы башлығы Марс Кашапов та иң изге теләктәрен еткереп:

– Салауат районы иҫ киткес бай, хозур тәбиғәтле урын. Уның бер мөйөшө – ул “Янғантау”. Донъяға билдәле булған шифахана беҙҙең районда урынлашҡанға беҙ бик ныҡ ғорурланабыҙ. “Янғантау” һуңғы йылдарҙа ҙур уңыштарға иреште, әммә тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр алда әле. Шифахана тағы ла уңыштарға өлгәшәсәгенә һис кенә лә шикләнмәйем, – тип Марс Фәррәх улы Салауат районын үҫтереүҙә индергән өлөшө өсөн Альфдред Аҡбашевҡа бүләктәр тапшырҙы.

Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде. Сараны матур-матур йырҙары, дәртле бейеүҙәре, ҡумыҙ, ҡурай моңдары менән Өфө ҡунаҡтары Рәдиф Зарипов, Фәриҙә Ғаззалова, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Диана Ишниязова, Минлеғәфүр Зәйнетдинов, шифахананың бейеү ансамблдәре, йырсылары, мәктәп уҡыусылары биҙәне.


Шифаханаға бағышланған ғүмер

Эльза һәм Азамат Низаметдиновтар ғүмерҙәрен “Янғантау”ға бағышлаған өлгөлө ғаилә. Эльза Кәлим ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, 1999 йылдан алып шифаханала эшләй. Бөгөн ул клиник-лаборатор диагностика табибәһе.

Азамат Рәйес улы хеҙмәт дәүерендә төрлө урындарҙа үҙен һынай. Тирмәндә колхозда мал табибы, һөт заводында оператор, шифахананың ат спорты комплексында тренер, инструктор булып эшләй. 2000 йылдан бөгөнгәсә ошо уҡ комплексҡа етәкселек итә. Профессиональ хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән комплекста төрлө, шул иҫәптән башҡорт, буденнов тоҡомло аттар үрсетәләр. Шулай уҡ ваҡ тоҡомло ат – пони, ҡасыр, дөйә, дөйәғош, фазан, тауистар ҙа бар. Ял итеүселәрҙе атта йөрөтөү, комплекс майҙансығында һабантуй үткәреү, комплекстың эшен көйләү һәм башҡа эштәрҙе тырыш етәксе уңышлы алып бара. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Эльза Кәлим ҡыҙы “Башҡортостан Респуб­ликаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе, ә уның тормош иптәше Азамат Рәйес улы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


“Янғантау” – бай тарихлы шифахана

Донъя кимәлендә дан тотҡан, Салауат районының йөҙөк ҡашы “Янғантау” – бай тарихлы шифахана. Үҙенсәлекле сифаттарға эйә булған янартау элек-электән ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындырған. Фәнни әҙәбиәттә беренсе тапҡыр Янғантау тураһында тикшеренеүсе-ғалим Петр Паллас әйтеп китә. 1920 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Георгий Вахрушев “Янғантау” ҙы йылылыҡ электростанцияларын эшләтерлек, өйҙәрҙе йылытырлыҡ көскә эйә булған тәбиғи усаҡҡа оҡшата.

1937 йылдың 2 апрелендә “Малаяҙ районында Янғантау тауында курорт төҙөү” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйыла, ә йәйен һынау рәүешендә 20 урынлыҡ дауалау йорто асыла. Станцияға профессор Ғиниәтулла Тереғолов нигеҙ һала һәм уға оҙаҡ йылдар етәкселек итә. 1957 йылдан станция йыл әйләнәһенә эшләй һәм ул 50 урынлыҡ шифаханаға әүерелә.

1969 йылда курортта 350 урынлыҡ төп корпус төҙөлөп, сафҡа индерелә. Шулай уҡ насос станцияһы, һыу башняһы, йәшелсә һаҡлау урыны, икмәкхана, үҙәк ҡаҙанлыҡ, хужалыҡ корпусы һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн йорт булдырыла. Һуңынан Ҡорғаҙаҡ төҙөкләндерелә, универмаг, эшселәр өсөн туҡланыу урыны, 70 фатирлы йорт, урта мәктәп төҙөлә. 1981 йылда шифахана яңы һулыш ала. Был йылдарҙа 100 урынлыҡ йоҡо корпусы, “Ҡорғаҙаҡ” бюветы, аҙыҡ-түлек һәм материалдар складтары, “Нефтяник” пансионаты һәм 60 фатирлы йорт сафҡа индерелә. Ә 1986 йылда икенсе корпус реконструкциялана, бассейн, физкультура, һауыҡтырыу залы булған дауалау корпусын төҙөй башлайҙар.

Тәүге йылдарҙа шифаханаға нигеҙ һалыу, уны үҫтереү, дауалауҙарҙың яңы төрҙәрен индереү, курорттың дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Ғиниәтулла Тереғолов, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәүел Фәрхетдинов, курорттар менән идара итеү советы рәйесе Әмир Шамаев, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Шамил Заһиҙуллин, профессор Леонид Крайзельбург, РФ-ның һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Рәшит Аҡбашев һәм башҡалар ҙур өлөш индерҙе.


Оҙаҡламай ЮНЕСКО тарафынан республикала геопарк булдырырға ниәтләйҙәр. Донъяла барыһы 110 ошондай геопарк бар, Рәсәйҙә ул тәүгегә булдырыла. Ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң, ниһәйәт уның урынын билдәләнеләр. Ул Салауат районында, базаһы – “Янғантау” шифаханаһында буласаҡ. Геопаркты Салауат районында булдырыу, төбәктең хозур тәбиғәтен һаҡлап ҡалыу, һәм улар менән башҡаларҙы таныштырыу инициативаһы менән шифахана етәкселеге сығыш яһаны. Буласаҡ геопарктың базаһы “Янғантау”ҙа булыуы көн кеүек асыҡ, сөнки бында ғилми эш алып барыу өсөн дә, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған.

Альфред Аҡбашев,

“Янғантау” шифаханаһы директоры.


Читайте нас