Новости
10 Октября 2017, 09:28

Йәштәребеҙгә ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар фатихаһы кәрәк

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты белгестәре ағинәйҙәр ҡоро һәм уҡытыусылар менән осрашыу уҙғарҙы

Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу буйынса бөгөнгө хәл менән бәйле, урындағы ҡоролтайҙар ҡарамағындағы йәмәғәт ойошмаларының эшен әүҙемләштереү мөһим. Йәғни туған телде һаҡлау, йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен еткереү эшендә райондарҙа булдырылған ағинәйҙәр ҡорон йәлеп итеү зарур. Шулай уҡ ҡоролтай ҡарамағында аҡһаҡалдар ҡорон төҙөү ҙә өлгөргән мәсьәлә.

4 октябрҙә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, республика “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева менән Башҡарма комитеттың баш белгесе Марат Ғилманов ошо маҡсаттан төньяҡ-көнсығыш райондарында булды. Беҙҙең районда осрашыу Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейында уҙғарылды. Унда райондың баш ағинәйе Светлана Васильева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, мәғариф бүлеге методисы Люциә Ғабдрахманова, ауылдарҙан ағинәйҙәр һәм башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты.

– Бөгөн тел тирәләй барған бәхәстәр тыныр, барыһы ла үҙ урынына ҡайтыр, тип өмөт итәйек, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. – Беҙгә ҡоролтай ҡарамағындағы йәмәғәт ойошмалары эшен әүҙемләштерергә кәрәк. Хәҙер һәр районда ағинәйҙәр ҡоро эшләй. Улар милли кейемдәрҙә мәктәптәргә барып, балалар менән осрашып, ата-әсәләр менән аралашып торһа, туған телебеҙ ҙә, йолаларыбыҙ ҙа һаҡланыр, йәш быуынға еткерелер. Милли тәрбиә эшенә күмәкләп тотонорға кәрәк.

– Йәштәргә ата-бабаларыбыҙҙың аҡыллы кәңәше, изге фатихалары етмәй, – тине Марат Ғилманов, уның һүҙен дауам итеп. – Шуға күрә урындағы ҡоролтай ҡарамағында аҡһаҡалдар ҡорон ойошторорға ла кәрәк.

Осрашыу мәлендә йәмәғәт ойошмалары һәм туған тел уҡытыусыларына был юҫыҡта ата-әсәләр менән ныҡлап эшләргә йөкмәтелде. Шуға киләсәктә дөйөм йыйылыштар уҙғарып, районда ата-әсәләр комитеты төҙөү мәсьәләһе лә ҡарала.

Белешмә өсөн:
Район мәғариф бүлеге методисы Люциә Ғабдрахманова белдереүенсә, яңы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә башҡорт теле уҡытыусылары ҡыҫҡартылмаған, әммә дәрестәр сәғәте кәмегән. Бөтәһе 810 бала башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыһа, 2280 уҡыусы дәүләт теле итеп өйрәнәсәк.
Читайте нас