Новости
27 Сентября 2017, 09:30

Башҡорт теле бар һәм буласаҡ!

Түҙемһеҙләнеп көтөп алған яңы уҡыу йылы күңелһеҙ яңылыҡтар менән башланды: республика мәктәп һәм гимназияларында башҡорт теле дәресенең сәғәттәрен ҡыҫҡарттылар, күпселек белем биреү учреждениеларында башҡорт кластары ҡалманы тиерлек. Ил Президенты Владимир Путин милли эштәр буйынса Совет ултырышында телдәрҙе һәр кеше ирекле өйрәнергә хоҡуҡлы, тип әйтеү менән ҡайһы бер етәкселәр һәм ата-әсәләр шуны ғына көтөп торғандай, башҡорт теленә ҡаршы “көрәш асты”.

Бигерәк тә интернетта, төрлө социаль селтәрҙәрҙә батырайҙылар. “Башҡорт теле кәрәкмәй. Беҙ уның урынына сит телдәрен өйрәнәбеҙ”, – тип сығыш яһай бәғзеләр. Эйе, Конституция телдәрҙе һайлау хоҡуғын бирә. Әммә тел һайлағанда, быны агрессив рәүештә эшләү дөрөҫмө? Ҡайһы берҙәр башҡорт теленән баш тартыуҙы үҙҙәренең шәхсән еңеүе һымаҡ тоя. Был ахмаҡлыҡҡа тиң. Беҙ Башҡортостан Республикаһында, төрлө милләтле төбәктә йәшәйбеҙ. Һәр милләттең теле, тарихы, мәҙәниәте бар. Теләйһеңме, теләмәйһеңме көн һайын улар менән осрашырға, бәйләнешкә инергә тура килә. Башҡортостан Республикаһында йәшәгәс, һәр кем был төбәктең тарихын, мәҙәниәтен һәм телен белергә тейеш. Быларҙы белеү бер-берең менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға, яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ республикала йәшәп тә, Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен белмәү һәм белергә теләмәү бик ояттыр, тип иҫәпләйем. Өҫтәмә тел өйрәнеү зиһенде, белемде үҫтерә. Революцияға тиклемге осорҙо алып ҡараһаң да, гимназияларҙа бихисап тел, шул иҫәптән үле булған грек, латынь телдәрен өйрәнгәндәр. Ә бында тере башҡорт теле. Ул телде аңлаған кеше ябай ғына яҙыуҙарҙы ла уҡый аласаҡ.

“Башҡорт теле башҡа телдәрҙе өйрәнергә ҡамасаулай”, – ти бәғзеләр. Быйылғы уҡыу йылында ҡайһы бер мәктәп һәм гимназияларҙа өҫтәмә сит тел – немец телен индерҙеләр. Йәнәһе, бала белем биреү учреждениеһын тамамлағанда инглиз, немец теленә өйрәнеп сыға. Өйрәнһә, яҡшы ла, әммә бала тегендә бында бүленеп, һөҙөмтәлә бер нәмәгә лә өйрәнмәүе ихтимал. Шунда уҡ бер телде өйрәнергә теләмәгән бала, икенсеһен үҙләштерерме? Сер түгел, мәктәпте тамамлағандарҙың күбеһе сит илдә түгел, ә Рәсәйҙә, Башҡортостанда йәшәйәсәк. Беҙҙең республикала инглиздәр, немецтар түгел, ә күпселеге башҡорттар, татарҙар һәм рустар йәшәй. Башҡортостанда йәшәп, бала урындағы халыҡтың телмәрен аңлаһа, яҙыуҙарҙы уҡый алһа, насармы ни?

Башҡорт теле инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәр кеүек бөгөн актуаль түгел, тип бәхәскә инеүселәр бар. Башҡорт теле төрөк телдәр төркөмөнә ҡарай. Уны белеү хатта Төркиәлә ял иткәндә лә кәрәк булыуы ихтимал. Татарстан, Ҡаҙағстан, Яҡут, Бүрәт һәм илдең башҡа төбәктәрендә “ҙур рәхмәт” тип әйтһәгеҙ ҙә, урындағы халыҡ алдында абруйығыҙ күтәрелер. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төрөк телдәрендә барыһы 165 миллион кеше һөйләшә. Был ҙур мәҙәниәттең бер өлөшөнә иғтибар бүлеү, уны өйрәнеү яҙыҡ булырмы?

Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡайһы бер ата-әсәләр теше-тырнағы менән ҡаршы тора. “Башҡорт теле Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға ҡамасаулай. Уны өйрәнгәнсе минең балам рус телен тәрәнерәк үҙләштерәсәк”, – ти улар. Былар барыһы ла һылтау ғына. Ваҡыт түгел, ялҡаулыҡ, саманан тыш компьютер артында ултырыу, бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмаусанлыҡ ғәйепле. Баланың теләге булмаһа, материалды аңламаһа, һәр икенсе дәрестә имтиханға әҙерләнһәң дә, ул һынауҙарҙы яҡшы билдәгә тапшырмаясаҡ.

Ни тиһәң дә, башҡорт телен өйрәнһәң, һин бер ҡасан да отолмаясаҡһың. Мәктәп, гимназияларҙа ошо тәңгәлдә аңлатыу эштәре алып барырға, бигерәк тә ата-әсәләрҙе башҡорт теленән баш тартмаҫҡа өгөтләргә, уның өҫтөнлөктәре тураһында саралар үткәрергә кәрәк. Яҡташтарыбыҙ Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев башҡорт теле, халҡы булһын тип, төрлө яҡлап тырышҡан. Улар хөрмәтенә, һәм үҙебеҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн беҙ башҡорт телен һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ.

Гөлнур ҒАЙСИНА:

–Беҙҙең республикабыҙ Башҡортостан. Башҡа милләт кешеләре оҙаҡ йылдар башҡорттар араһында йәшәй. Урындағы халыҡтың телмәрен аңларға ваҡыттыр, тип уйлайым. Күптәрҙең башҡорт телен аңламауы һәм аңларға теләмәүе республикаға, күршеләренә, йәғни башҡорттарға ҡарата иғтирамһыҙлыҡ.


Лариса ВӘЛИЕВА:

– Теле барҙың – иле бар, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Башҡортостанда йәшәп тә, дәүләт телен белмәү оят. Инглиз телен өйрәнергә теләйбеҙ, ә үҙ телебеҙҙе белмәйбеҙ.

Олеся МӨХӘМӘТЙӘНОВА:

– Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, шуға башҡорт телен өйрәнергә бурыслыбыҙ. Башҡа төбәктә, мәҫәлән, Бүрәт республикаһында йәшәһәк, уларҙың телен үҙләштерер инек. Мин башҡорт телен бик үк белмәйем, ҡайһы саҡта шуға үкенеп тә ҡуям. Ә шулай ҙа эргәмдә башҡортса һөйләшһәләр, аңлайым.

Аделина ВӘЛИЕВА:

– Беҙҙең белем биреү учреждениеһында Башҡортостан тарихы һәм баш­ҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар дәрес тыңламай, башҡа нәмә менән мәшғүл. Улар башҡорт теле кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Былар барыһы ла ата-әсәнән килә, тип иҫәпләйем. Ата-әсә әйтмәйенсә, бала башҡорт теленең әһәмиәтен аңламай. Әммә хәҙерге ваҡытта ололар балалары насар билдә ала тип, был фәндәрҙән баш тарта. Ата-әсәләр балалары менән һөйләшһә, был дәрестәр­ҙә тырышырға ҡушһа, хәл үҙгәрер ине, тип уйлайым.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

  1. Мин ғорурланам
    Мин башҡорт, башҡортмон мин,
    Уҙ телем менән ғорурланам.
    Сөнки мин башҡорт ерендә
    Тыуып уҫкән баламын.
    Ғорур ҡая таштай
    Һоҡланам мин илемә,
    Әсәм биргән балдай татлы
    Наҙлы туған телемә.

    Гөлнәзирә Юлдашбаева.

    Читайте нас