Новости
22 Сентября 2017, 09:58

Тырыштарға уңыш юлдаш

Районда уңған ғаиләләр етерлек. Улар үҙҙәренең йәшәйеше, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Шундай ғаиләләрҙең береһе Көҫәпәй ауылында йәшәй.

Районда уңған ғаиләләр етерлек. Улар үҙҙәренең йәшәйеше, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Шундай ғаиләләрҙең береһе Көҫәпәй ауылында йәшәй.
Фәнис һәм Алһыу Ғәзимовтар татыулығы, тырышлығы менән башҡаларға өлгө булып тора. 2013 йылда дәүләт ярҙамы менән улар малдарын ишәйтеп, техника һәм уға төрлө ҡорамалдар һатып ала. Бөгөн бөтмөр, тырыш ғаиләнең эштәре алға бара. Уларҙың шәхси хужалығында 50-нән ашыу кәзә иҫәпләнә. Шулай уҡ Ғәзимовтар күпләп һыйыр малын, һарыҡ, ат, ҡош-ҡорт та үрсетә. Өлгөлө ғаилә кәзә ҡымыҙын етештереп, район магазиндарына һатыуға ҡуя. Мөғжизәле үҙенсәлектәре булған, баһалап бөткөһөҙ шифалы эсемлекте район халҡы ҙур теләк менән һатып ала. Кәзә һөтөнөң дә инде күптән ғалимдар тарафынан әсә һөтөнә тиң булыуы, бигерәк тә яңы тыуған сабыйҙар өсөн файҙалы булыуы иҫбатланған. Ауыл уңғандары көн дә 10 литрлап һөт һауа. Кәзәне һауыу, һөтөн эшкәртеү, ҡымыҙ бешеү, һауыттарға тултырыу – бар эште Ғәзимовтар үҙҙәре башҡара. Шөкөр, ярҙам итергә балалары бар.
– Биш балабыҙ – беҙҙең ғорурлыҡ. Бар эштә улар ярҙам итә. Өлкән ҡыҙыбыҙ Элиза Мәскәү дәүләт университеты филиалында белем ала. Фидәлиә юридик колледжды уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында белемен камиллаштыра. Фиалида Республика лицей-интернатында, ә Нәркәс 4-се класта уҡый, – тип һөйләй Ғәзимовтар.
Шуныһы ҡыуаныслы, дүрт ҡыҙҙан һуң көтөп алған улдары Нурислам быйыл беренсе класҡа барҙы. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, малай атаһына оҡшап, киләсәктә уңған егет булмаҡсы: ҡулынан сүкеш төшмәй, кәзәләрҙе ҡаршылау, ҡыуыу һәм башҡа эштәрҙе Нурислам ҙур теләк менән башҡара.
Һалынған хеҙмәт, ысынлап та, үҙен аҡлай. Кәзә үрсемле булғанға, мал һаны ишәйә бара, ә ҡымыҙ һатыуҙан ингән аҡса хужалыҡтың матди-техник базаһын нығытыуға, эшҡыуарлыҡты киңәйтеүгә файҙаланыла. Күптән түгел, мәҫәлән, улар ҙур йылы һарай төҙөгәндәр.
Әле Ғәзимовтар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Алһыу Гранит ҡыҙы тормош иптәшенә ярҙам булһын тип, техника йөрөтә, ир-егеттәрҙән ҡалышмай, бесән йыя. Быйыл Ғәзимовтар 10 гектар ергә үлән дә сәскән.
Халыҡты шифалы ҡымыҙ менән тәьмин иткән ғаиләнең киләсәккә уй-ниәттәре ҙур.
– Киләсәктә мал үрсетергә, бигерәк тә ат һанын арттырып, бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләргә ниәтләйбеҙ, – тип хыялдары менән уртаҡлашты өлгөлө ғаилә.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас