Яуҙар барғанда, һуңғараҡ, тотҡонлоҡта ла Салауат Юлаев шиғриәтте онотмаған. Бөгөнгө көндә уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
Яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә Салауат Юлаев музейы ойошторған шиғыр һөйләү бәйгеһендә йыл һайын мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Быйыл да конкурс һәләтле, шиғри күңелле балаларҙы йыйҙы. Мәғариф бүлеге методисы Люциә Ғабдрахманова бәйгеселәрҙе һәм уҡытыусыларҙы сәләмләгәндән һуң, тәүҙә һүҙ башланғыс класс уҡыусыларына бирелде. Ҡайһы берәүҙәр мәктәп ишеген яңы ғына асыуҙарына ҡарамаҫтан, шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләне. Урта һәм өлкән класс уҡыусылары араһында ла образға инеп, тәьҫирләнеп, шиғырҙарҙы һоҡланғыс итеп ятлаусылар булды. Балаларҙың араһында ҡаушап киткәндәр, һүҙҙәрен онотоп торғандар ҙа булды. Әммә уларҙың да шиғырҙы тырышып ятлауҙары, сәхнәгә сығырға батырсылыҡ итеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Күптәр тыуған ерен, илен һөйөп, уның матурлығы менән һоҡланып яҙған батырыбыҙҙың «Уралым», «Тирмәмдә», «Һандуғас», «Тыуған илем» шиғырҙарын ятлаһа, башҡалар Салауат Юлаевтың азатлыҡ өсөн көрәш лирикаһына ингән «Егеткә», «Уҡ», «Яу» шиғырҙарын башҡарҙы.
Һөҙөмтәлә бәйгенең еңеүселәре тип Алмаз Тажетдинов (Ахун), Әнис Яруллин (Янғантау), Тимур Шөғәйепов (Әлкә) иғлан ителде. Уҡыусыларға Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.