Свобода Тирмән ауыл биләмәһенә ҡарай. Был бәләкәй генә ауылда бөгөн йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Юлһыҙлыҡ урындағыларҙың төп бәләһе ине. Бигерәк тә мәктәпкә йөрөүсе балалар яҙғы-көҙгө осорҙа ҙур ҡыйынлыҡ кисерҙе. Хәҙер бар юл михнәттәре артта ҡалды. Свободаға ҡырсынташтан матур итеп өс саҡрымға яҡын юл түшәлде. Уны комиссия ҡабул итеп, файҙаланыуға тапшырҙы.
Яңы юлды асыуҙа район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, юлды һалыуҙа техника, башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүсе “Боксит”, “Автоматика-сервис” ЯСЙ-лары, Бирҙәүеш станцияһы вәкилдәре лә ҡатнашты.
Тирмән менән Свобода араһы ике саҡрым тирәһе. Быға тиклем йылғаға күпер төҙөп, ауылға юл һалыуҙы ҡарағандар. Был проект күпкә ҡиммәткә төшөр ине. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Минтаһир Исрафилов арзарынаҡ ысулды һайлаған.
– Беҙҙең ауыл эргәһендә эшләп ятҡан “Автоматика-сервис” нефть үткәреүсе ойошма етәкселегенә экскаватор һорап мөрәжәғәт иттек. Быйыл ҡыш уларҙың ҡеүәтле техникаһы менән ҙур ҡая ташын алып, буласаҡ юл урынын киңәйттерҙек, – тине Минтаһир Әкрәм улы. – Артабан бында Лағыр ауылының шәхси эшҡыуары Франгил Миндияров подрядсы булараҡ эшләне. Ул техникаһы һәм эшселәре менән Свободаға ҡырсынташ түшәп, тигеҙләп, нығытып юл төҙөнө. Юлға ике урынға өйәр һыуҙарын ағыҙыу өсөн торбалар һалынды. Бынан тыш, Свобода ауылының бер километр тирәһе урамына ла таштан юл эшләнде. Дөйөм ошо эшкә район хакимиәте ярҙамы менән Юл фондынан аҡса бүленде.
Ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртып, юл һалыуҙа бик ҙур ярҙам күрһәткән урындағы депутат Тимур Вәлиев та һүҙгә ҡушылды:
– Был юл бик кәрәк ине. Беҙҙең ауылда 16 бала мәктәпкә йәйәүләп уҡырға йөрөй. Берәҙәк эттәрҙән, ҡырағай йыртҡыстарҙан уларҙы ҡурҡыта инек. Юл булғас, мәктәп автобусы уҡыусыларҙы йөрөтөр, тип ышанабыҙ. Ата-әсәләр ҙә еңел машина менән балаларын мәктәпкә килтерә ала. Күптән көткән мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә беҙ ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.