Новости
23 Января 2017, 14:02

Директор күрһәтмәгә иғтибар бирмәгән

Салауат районы прокуратураһы “Аҡбуҙат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ғәмәлдәге ҡануниәттең үтәлешен тикшереп, уның директорына хәүефле производство объектында сәнәғәт именлеге өлкәһендәге закон боҙолоуын бөтөрөргә күрһәтмә бирҙе.

Ләкин, ҡануниәт талаптарына ҡаршы килеп, был йәмғиәттең директоры бер ай осоронда ошо күрһәтмәне ҡараманы, прокуратураға яуап ебәрмәне. Федераль ҡануниәт үтәлмәүе менән бәйле, район прокуратураһы фирма директорына ҡарата РФ КоАП-ның 17.7-се статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатты. Прокурор ҡарарҙы ҡарау һөҙөмтәһендә вазифалы кешегә 2000 һум күләмендә штраф һалынды.


Читайте нас