Новости
23 Декабря 2016, 14:01

Йәйәүлеләргә юлда яҡтылыҡ кәрәк

Район прокуратураһы суд аша төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарында граждандарҙың хәүефһеҙ йөрөүгә хоҡуғын яҡланы.

Прокуратураға районда йәшәүсе бер кешенән ялыу килде. Шуның буйынса тикшереү уҙғарылды. Район биләмәһенән, шул иҫәптән ауылдар араһынан, төбәк әһәмиәтендәге Кропачево – Мәсәғүт – Әшит автомобиль юлы үтә. Закон йәйәүлеләр һәм водителдәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн шундай юлдарҙан тораҡ пункттар сигендәге йәйәүлеләр үткәүеленең (пешеходный переход) яҡтыртылыуын талап итә. Әлеге юлда автотранспорт хәрәкәтенең көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, ул иһә юл фажиғәһе ҡурҡынысы тыуҙыра, был талаптар үтәлмәгән.

БР Хөкүмәте бойороғона ярашлы, төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарын ҡарау Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығына йөкмәтелгән. Шуға ошо ойошма тейешле сара күрергә тейеш булған. Район прокуроры, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән финанслауҙы, БР Юл хужалығы идаралығынан Салауат районы биләмәһендәге 10 йәйәүлеләр үткәүеленә яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итте. Суд күҙәтеү ведомствоһының дәлилдәре менән ризалашып, дәғүә ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарының үтәлеүен прокуратура контролдә тота.

Рәвил Ғилманов,

район прокуроры.
Читайте нас