Йүрүҙән
+30 °С
Облачно
Подписаться на Дзен
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм-канал
MAX
Новости
21 Декабря 2016, 09:04
Боҙ ҡаласығы һаҡланасаҡ
Малаяҙ ауылындағы үҙәк майҙандағы боҙ ҡаласығын “Һаҡ” хеҙмәте ҡурсалаясаҡ.
Ундағы боҙ фигураларҙы боҙоуға юл ҡуйылмаһын өсөн күҙәтеү камералары урынлаштырылған. Ҡаласыҡ һүтеп алынғансы һаҡ аҫтында буласаҡ. Ошо хаҡта райондың эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Роберт Ғәзимов оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Яңы йыл байрамдары хәүефһеҙ үтһен өсөн полиция наряды көсәйтелгән режимға күсә. Шулай уҡ райондағы имен булмаған ғаиләләр менән эшләү һәм спиртлы эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүселәрҙе асыҡлау айырым контролгә алынасаҡ.
Читайте нас